Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Октябрь 2021, 10:47

Сауҙа объекттарында рейд бара

Бөгөн Малаяҙ ауылында ведомство-ара комиссия йәнә магазиндарҙа коронавирус сирен иҫкәртеү талаптарының үтәлешен тикшерҙе. Рейд мәлендә битлек режимын боҙоусы һатып алыусыға ҡарата полиция хеҙмәткәре протокол төҙөнө, Роспотребнадзор белгесе санитар-эпидемиологик талаптарҙы һанламаусы һатыусыларға һәм магазин хужаларына предписание бирҙе.  

Сауҙа объекттарында рейд бара
Сауҙа объекттарында рейд бара

Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Марат Ғилманов, финанс идаралығы начальнигы Эльвира Кәбирова, хакимиәттең административ комиссияһы яуаплы секретары Лариса Шәрипова, БР Роспотребнадзор идаралығының территориаль бүлегенең баш белгес-эксперты Зинаида Зәйнетдинова, полиция хеҙмәткәре, журналистар һ.б. рейдҡа сыҡты.

Райондың ведомство-ара комиссияһы Малаяҙ ауылының шәхси магазиндарын тикшерҙе. Улар битлек режимы үтәлешен, термометрия, дезинфекция сараларының, журналдарҙы ҡараны. Роспотребнадзор вәкиле бер нисә магазинда антисептиктар, дезинфекция сараларының талапҡа ярашлы булмауын асыҡлап, һатыусыларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға предписание бирҙе.

Рейд мәлендә битлек режимын боҙоусы һатып алыусыға ҡарата полиция хеҙмәткәре протокол төҙөнө.

– Беҙ материалды судҡа ебәрәбеҙ, тәүге тапҡыр иҫкәртеү яһаласаҡ. Икенсе тапҡыр тотолһа, суд тарафынан гражданға 15 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған, – тине полицияның участка уполномоченныйы Айгиз Хужин.

Районда ошондай рейдтар көсәйтеләсәк. 12 октябрҙән, Башҡортостан Башлығының Указындағы үҙгәрештәргә ярашлы, сауҙа үҙәктәренә килеүселәрҙе коронавирустан вакцина яһатыу тураһында сертификат, сирҙе үткәреүгә справка йәки ПЦР-тест тураһында белешмә күрһәтеп кенә индерергә мөмкин. Был ҡағиҙә музейҙар, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдарына инеүгә, ҡала-ара маршрут автобустарында йөрөүгә лә ҡағыла. Йәғни, коронавирустан вакцина эшләтеүеңде йәки сирҙе үткәреүеңде, йә иһә инфекция булмауын документ менән иҫбатлай алмаһаң, үрҙә һанап үтелгән объекттарға үткәрмәйәсәктәр, автобусҡа ла ултыртмаясаҡтар. Ә кире ПЦР-тест тураһында ҡағыҙ өс көндән иҫке булмаҫҡа тейеш һәм ул 27 октябргә тиклем генә ғәмәлдә була. Әлбиттә, шул уҡ ваҡытта битлек режимы, социаль дистанция буйынса талаптар ҙа һаҡлана.

18 октябрҙән Указдағы үҙгәрештәрҙең өсөнсө сикләү саралары үҙ көсөнә инәсәк. Унда инде сертификат-белешмәһеҙ матурлыҡ, массаж салондары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндарға, 50 кешенән артыҡ урынлы дөйөм туҡланыу урындарына керетмәйәсәктәр. Салауат районы Хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡағиҙә талаптарын боҙоусыларға административ саралар ҡулланыласаҡ.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: