Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Май 2021, 08:50

Мотоцикл йөрөтөүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар

Йыл һайын яҙғы-йәйге осорҙа мотоцикл менән бәйле юл-транспорт фажиғәләре күбәйә. Шуға күрә мототранспорт менән идара итеү ҡағиҙәләрен төшөндөрөп китәбеҙ.

Йыл һайын яҙғы-йәйге осорҙа мотоцикл менән бәйле юл-транспорт фажиғәләре күбәйә. Шуға күрә мототранспорт менән идара итеү ҡағиҙәләрен төшөндөрөп китәбеҙ.
Скутер – ул 50 куб.см күләменән уҙмаған бензин йәки электр двигателенән торған ике тәгәрмәсле транспорт сараһы РФ Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 1.3-сө пунктына ярашлы, скутер йөрөтөүсе лә тулы хоҡуҡлы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы булып иҫәпләнә һәм юл ҡағиҙәләре, юл билдәләре, светофор сигналдары, юл һыҙаттары талаптарын белергә һәм үтәргә бурыслы. Шулай уҡ улар юл хәрәкәтен көйләүсе һәм ЮХХДИ хеҙмәткәренең бойороғона буйһонорға тейеш. 50 куб.см күләменән аҙ двигателле мопед һәм скутерҙы 16 йәш тул­ғас ҡына йөрөтөргә мөмкин.
Бәлиғ булмағандарҙың идара итеү таныҡлығы булмаһа, административ яуаплылыҡ та ҡаралған. Уның күләме 5 меңдән алып 15 мең һумға тиклем. Транспорт сараһы махсус туҡталҡаға ябыла. Әгәр бәлиғ булмаған үҫмер 16 йәштән дә кесе булһа, бар яуаплылыҡ ата-әсәләргә төшә. Шулай уҡ административ яуаплылыҡ ҡаралған, техника ла махсус урынға урынлаштырыла. Бәлиғ булмағанға ҡарата шулай уҡ саралар күрелә.
50 куб.см-ҙан ҡеүәтле двигателле мотоцикл, мопед һәм скутерҙар менән идара итеүгә “А” категорияһына водитель таныҡлығы булыуы ғына хоҡуҡ бирә. Тик ябай һәм мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәү генә бәләнән ҡотҡарыр.
Мототранспортта һәр ваҡыт шлем кейеп йөрөгөҙ! Авария булғанда йәки йығылғанда ғүмерҙе һаҡлап алып ҡалыр, ә махсус мотоцикл бирсәткәләре ҡулдарҙың йәрәхәтләнеү мөмкинлеген кәметер.
Тиҙлекте арттырмағыҙ!
Мотоцикл йөрөтөүсегә билдәләнгән тиҙлекте тотоғоҙ: тораҡ пункта – 60, унан ситтәге юлда 90 км/сәғ. тиклем.
Хәүефһеҙ дистанцияны һәм ҡабырға интервалын һаҡлағыҙ!
Хәрәкәт ағымында алда һәм эргәлә килгән автомобилдәргә яҡынламағыҙ. Ҡапыл килеп тыуған хәлдә тиҙ арала туҡтап өлгөрөү өсөн мөһим ул.
“Һуҡыр” зонаға сыҡмағыҙ!
Автомобилде уҙғанда уның водителе көҙгөнән күрмәүе ихтимал.
Автомобиль ишегенең ҡапыл асылып китеүенән һаҡланығыҙ!
Туҡтап ултырған автомобиль эргәһенән уҙғанда иғтибарлы булығыҙ – уның ишектәре теләһә ниндәй мәлдә асылып китеүе бар.
Бер һыҙаттан барығыҙ!
Транспорт ағымында тик үҙ һыҙатығыҙ һәм бер рәттән генә хәрәкәт итергә тырышығыҙ.
Читайте нас: