Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Апрель 2020, 13:40

КАРАНТИН РЕЖИМЫН БОҘОУСЫЛАРҒА ШТРАФ ҺАЛА БАШЛАЙҘАР

Полиция хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр менән берлектә Малаяҙ урамдарында патрулдәр ойоштора.Был республикала иғлан ителгән тулы үҙ аллы изоляция режимы үтәлешен һаҡлауға йүнәлтелгән. Кисә патруль район үҙәге урамдарында граждандарҙы иҫкәртеп йөрөнө. Ә бөгөндән улар карантин режимын боҙоусыларға штраф һала башлаясаҡ.

Полиция хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр менән берлектә Малаяҙ урамдарында патрулдәр ойоштора. Был республикала иғлан ителгән тулы үҙ аллы изоляция режимы үтәлешен һаҡлауға йүнәлтелгән.
Кисә патруль район үҙәге урамдарында граждандарҙы иҫкәртеп йөрөнө. Ә бөгөндән улар карантин режимын боҙоусыларға штраф һала башлаясаҡ.
– Граждандарҙы тулы үҙ аллы изоляция режимы ҡағиҙәләрен үтәргә, кәрәкмәгәндә урамға сыҡмаҫҡа саҡырабыҙ. Магазинға, аптекаға барып килергә ярай, әлбиттә. Ләкин бер нисә тапҡыр патрулгә эләккән кешегә административ протокол төҙөйәсәкбеҙ. Суд аша карантин режимын боҙоусыларға 15 меңдән 40 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ, закон буйынса енәйәт яуаплылығына ла тарттырыуҙары ихтимал. Беҙ граждандарҙан паспортын һәм эшкә йөрөргә хоҡуҡ биргән справкаһын, пропускыһын күрһәтеүҙәрен һораясаҡбыҙ. Салауат районы буйынса барлыҡ ауыл биләмәләрендә шундай 16 патруль төркөмө эшләй. Уларҙың составына полиция хеҙмәткәре, ирекмәндәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, йәғни афған һәм чечен һуғыштарында ҡатнашҡан егеттәр инә, – тине Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат районы буйынса бүлегенең штаб начальнигы Денис Ғәлиасҡаров.
Башҡортостанда тулы үҙ аллы изоляция режимы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн индерелгән. Шуға ла ҡәтғи ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Өйөгөҙҙә ҡалығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: