Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Март 2020, 19:54

КАРАНТИН РЕЖИМЫН ҮТӘЙҘӘРМЕ, ЯРҘАМ КӘРӘКМӘЙМЕ?

Салауат районында сит илдән ҡайтҡан граждандарҙы көн һайын эшсе төркөм тикшерә. Уның составына социаль хеҙмәткәрҙәр һәм полиция участка уполномоченныйы инә. Эшсе төркөм сит илдән ҡайтҡан граждандарҙың карантин режимы ҡағиҙәләрен үтәүен, ярҙамға, аҙыҡ-түлеккә мохтажлығын тикшерә.

Салауат районында сит илдән ҡайтҡан граждандарҙы көн һайын эшсе төркөм тикшерә.
Уның составына социаль хеҙмәткәрҙәр һәм полиция участка уполномоченныйы инә. Эшсе төркөм сит илдән ҡайтҡан граждандарҙың карантин режимы ҡағиҙәләрен үтәүен, ярҙамға, аҙыҡ-түлеккә мохтажлығын тикшерә. Улар ауылдарға битлектәрҙә, һаҡлағыс саралары менән сыға, карантиндағы кеше менән тәҙрә аша йәки йорто эргәһендә телефон аша һөйләшеүҙәр алып бара.
Салауат районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов хәбәр итеүенсә, бөгөнгә өс кешенең сит илдән районға ҡайтҡаны билдәле. Малаяҙ ауылынан ике кеше яңыраҡ 14 көнлөк карантин режимын үткән. Уҙған аҙнала Нәсибаш ауылына Таиландтан ҡайтҡан ҡатын ике аҙнаға өйөнә бикләнгән. Улар барыһы ла коронавирус инфекцияһына анализ биргән, сир барлығы асыҡланмаған.
Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Айһылыу Изместьеваның әйтеүенсә, быға тиклем Мөрсәлимдән – өс, Башҡорт Илсекәйенән бер граждан ике аҙналыҡ карантинды имен үткән. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, Салауат районында 12 граждан сит илдән ҡайтҡандар исемлегенә кергән. Ә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы буйынса – 39 кеше. Уларҙың күбеһе Салауат районында йәшәмәй, теркәлгән генә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сит илдән ҡайтҡан граждандар коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн 14 көн өйҙәгеләр менән бергә бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа тейеш. Карантин режимын боҙоусыларҙы яуаплылыҡҡа йәлеп итеү ҡаралған.
Фото: “Өмөт” социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенән.
Читайте нас: