Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Март 2020, 11:56

КОРОНАВИРУСТАН НИСЕК ҺАҠЛАНЫРҒА?

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан һаҡланыу буйынса видеоролик тәҡдим итә. Унда йоғошло сирҙе иҫкәртеү өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәңәш бирәләр.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан һаҡланыу буйынса видеоролик тәҡдим итә.
Унда йоғошло сирҙе иҫкәртеү өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәңәш бирәләр.
  1. Ҡулығыҙҙы йышыраҡ һабын менән йыуығыҙ!
  2. Осрашҡанда үбешмәгеҙ, ҡул биреп күрешмәгеҙ!
  3. Йүткергәндә һәм сөскөргәндә ауыҙығыҙҙы салфетка менән ҡаплағыҙ!
  4. Битегеҙгә бысраҡ ҡулдар менән ҡағылмағыҙ!
  5. Күмәк кеше янында йөрөмәгеҙ, алыҫ юлға сыҡмағыҙ!
  6. Урамға сығыр алдынан битлек кейегеҙ!
  7. Бүлмәләрҙе йыш елләтеп, һыулы сепрәк менән һөртөп тороғоҙ!
  8. Әгәр Европа, Азия йәки Американан ҡайтһағыҙ, 14 көн буйына өйҙән сыҡмағыҙ. Табипты саҡыртып, больничный астырығыҙ.
    Үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, “тиҙ ярҙам” машинаһын саҡыртығыҙ (103) йәки “ҡыҙыу линия”ға шылтыратығыҙ: 8(800)100-22-62.
    Читайте нас: