Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2020, 18:01

Янғын һүндереүселәр эштәре менән таныштырҙы

89-сы янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре район мәҙәниәт йорто майҙанында халыҡҡа махсус костюмдарын, техник ҡоролмаларын һәм эш ҡоралдарын күрһәтте. Балалар һәм ололар янғын һүндереү машинаһын ҡараны, уның ҡоролмалары менән яҡындан танышты. Янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре экипировка, ҡоролмаларҙың нескәлектәре менән төшөндөрөп, сараға килеүселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Бындай саралар йыл дауамында үткәрелә. Уларҙың төп маҡсаты: халыҡты хәүефһеҙ тормошҡа өйрәтеү һәм янғын һүндереү һөнәрен популярлаштырыу.

89-сы янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре район мәҙәниәт йорто майҙанында халыҡҡа махсус костюмдарын, техник ҡоролмаларын һәм эш ҡоралдарын күрһәтте. Балалар һәм ололар янғын һүндереү машинаһын ҡараны, уның ҡоролмалары менән яҡындан танышты. Янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре экипировка, ҡоролмаларҙың нескәлектәре менән төшөндөрөп, сараға килеүселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
Бындай саралар йыл дауамында үткәрелә. Уларҙың төп маҡсаты: халыҡты хәүефһеҙ тормошҡа өйрәтеү һәм янғын һүндереү һөнәрен популярлаштырыу.
Читайте нас: