Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Октябрь 2019, 13:27

Янғын иҫкәрткес һәр өйҙә булырға тейеш

Яңыраҡ райондың Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте менән “Өмөт” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ауылдарға сығып, яңғыҙ көн иткән оло йәштәгеләрҙең өйҙәренә янғын иҫкәрткес ҡоролмаларын бушлай ҡуйып бирҙе.

Янғын иҫкәрткес кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы сара булараҡ ҡулланыла. Был ҡоролма төтөн еҫе сыға башлау менән, ут бик таралмаҫ элек, һүндереү мөмкин булғанда, кешеләрҙе иҫкәртә. Ҡоролма өсөн махсус сымдар үткәреү кәрәкмәй, сөнки ул батарея менән эшләй. Янғын иҫкәрткестең ыңғай һөҙөмтә биргән осраҡтары байтаҡ. Беҙҙең районда ла бер нисә ғаилә тап ошо янғын иҫкәрткесе арҡаһында ғүмерҙәрен ҡотҡарып алып ҡалды.

Янғын иҫкәрткес аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм балалары булған, социаль йәһәттән хәүефле һаналған, яңғыҙ йәшәүсе оло йәштәгеләргә бушлай бирелә. Шулай уҡ 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң балалары тыуған барлыҡ ғаиләләргә лә тапшырыла. Был социаль ярҙам ғариза буйынса күрһәтелә. Ҡоролманы һәр кеше үҙе алып ҡуйһа ла була. Ул һәр ауыл хакимиәтендә һатыла.
Читайте нас: