Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Сентябрь 2019, 12:10

Наркотиктарға ҡаршы – бергә!

Күптән түгел “Янғантау” шифаханаһында рес­публика прокуратураһы наркотиктарға ҡаршы көрәш комис­сия­һының район-ара ултырышын уҙғарҙы. Сарала профилактика системаһы органдары вәкилдәре, төньяҡ-көнсығыш ра­йонда­рының нар­котиктарға ҡаршы көрәш комис­сиялары, мәктәп директорҙары, со­циаль педагогтар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Ултырышта төньяҡ-көнсығыш райондарында наркомания таралыуға бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Комиссия ултырышында муниципаль кимәлдә наркотиктарға ҡаршы эште өйрәнеү мәсьәләһе лә ҡаралды.

Сарала бөгөн Рәсәйҙә тәүге тапҡыр наркотик матдә ҡулланып ҡараусылар йәштәр генә түгел, балалар араһында ла булыуы билдәләп үтелде, уларҙың күптәре наркотикты ҡайҙан һәм нисек һатып алыу тураһында белеүе хаҡында әйтелде. Шуныһы аяныслы: наркотиктарҙы ҡулланыусылар араһында ла, таратыусылар араһында ла йәштәр һаны арта. Тимәк, профилактик эште лә, наркотиктарға ҡаршы кәртә ҡуйыу эшен дә көсәйтергә кәрәк, тип билдәләне белгестәр.

Наркомания таралмаһын өсөн ултырышта балалар менән дөрөҫ эшләү, уларға был мәғлүмәтте дөрөҫ биреү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленде. Белгестәр райондың 6 – 11-се класс уҡыусылары һәм Дыуан күп профилле колледжы филиалы студенттары менән практик дәрес уҙғарҙы. Шулай уҡ асыҡ дәрес рәүешендә “Һау-сәләмәт тормош” интерактив уйыны ойошторолоп, балалар менән наркотик темаһына фекер алышыу үтте. Бынан тыш, сара барышында балалар өсөн “Хәүефһеҙлек мәктәбе” дәресе уҙғарылды.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.

.
Читайте нас: