Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Май 2019, 19:20

Радий Хәбиров: «Башҡортостан юлдарында меңдән ашыу фотовидеотеркәү камералары ҡуйыла»

Йыл дауамында Башҡортостан юлдарында фотовидеотеркәү камералары, шулай уҡ «бығаса булмаған һанда» юл һыҙаттары барлыҡҡа килергә тейеш. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Фейсбук»тағы сәхифәһендә ошо хаҡта хәбәр итте.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;#ВладимирПутин

Йыл дауамында Башҡортостан юлдарында фотовидеотеркәү камералары, шулай уҡ «бығаса булмаған һанда» юл һыҙаттары барлыҡҡа килергә тейеш. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Фейсбук»тағы сәхифәһендә ошо хаҡта хәбәр итте.
«Төп бурыстарыбыҙҙың береһе – кешеләрҙең ғүмере өсөн көрәшеү, шул иҫәптән юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыу статистикаһын кәметеү. Был – күп яҡлы мәсьәлә. Эйе, кешеләр йыш ҡына үҙ ғәйебе менән һәләк була – тиҙлек режимын үтәмәү, ярамаған урындарҙа юл аша сығыу арҡаһында. Ләкин ошо күңелһеҙ статистикала беҙҙең дә ғәйеп бар. Шуға бәйле беҙ саралар күрергә тейешбеҙ», — тип яҙҙы төбәк етәксеһе.
Уның һүҙҙәренсә, йыл дауамында республика юлдарында меңдән ашыу фотовидеотеркәү камералары ҡуйыла.
«Элек тиҙлекте арттырырға рөхсәт ителгән урындарҙа хәҙер быны эшләргә ярамағанын барыһы ла аңлап ҡабул итер тип ышанам. Беҙ ошондай бөтә участкаларҙы һәм төп трассаларҙы камералар менән ябабыҙ, — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.Тағы бер мөһим йүнәлеш – һыҙат. Автомагистралдәрҙә генә түгел, тәү сиратта социаль объекттар – мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар янында. Уны элек тә һыҙа торғайнылар. Ябай буяу бер аҙнанан юйылып бөтә ине. Хәҙер беҙ термопластикты файҙаланабыҙ. Ул оҙаҡҡа етә һәм ҡараңғыла һәйбәт күренә. Тығындар булмаһын өсөн эштәрҙе кисен һәм төндә башҡарабыҙ. Йәйгеһен йөрөү хәүефһеҙерәк булһын өсөн барыһын да тиҙ генә эшләргә уйлайбыҙ».