Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Апрель 2019, 18:14

Янғын һағы көнө билдәләнде

ЯНҒЫН ҒЫНА ҺҮНДЕРМӘЙҘӘР...ә балалар өсөн һыуҙан шоу ҙа ойошторалар САЙТТА:

Янғын һағы ветераны Әбүзәр Ғәтиәтуллин был мөһим һөнәр менән яҡындан таныштырҙы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү бар ерҙә һәм һәр ваҡыт мотлаҡ икәнен аңлатты. 89-сы янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Динар Сәйфуллин байрам менән ҡотлап, фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Мөхәмәтнур Пирбабаев һәм Рәсим Латиповҡа юбилей миҙалдарын тапшырҙы.

Артабан уҡыусыларға янғын һүндереүселәрҙең махсус костюмдарын, техник ҡоролмаларын һәм эш ҡоралдарын күрһәттеләр. Балалар ҡыҙыҡһынып, уларҙың кейемен, каскаһын, һулыш алыу аппаратын кейеп ҡараны. Янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре кейем-һалым, ҡоролмаларҙың нескәлектәре менән таныштырып, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Балалар шулай уҡ викторина һорауҙарына яуап биреп, тәмле күстәнәстәр менән һыйланды. Сара барышында янғын темаһына иғлан ителгән республика һүрәттәр конкурсының район этабының һөҙөмтәләрен билдәләп, еңеүселәрҙе Маҡтау грамоталары менән бүләкләп үттеләр.

Сараның икенсе өлөшө район мәҙәниәт йорто майҙанында дауам итте. Майҙанға ҡуйылған ике янғын һүндереү машинаһы балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар машина эргәһендә фотоға төштө, руль артына ла ултырып ҡарап, үҙҙәрен ысын янғын һүндереүсе итеп хис итте. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға шартлы янғынды һүндереү ҙә ныҡ оҡшаны.

-------------------------------

В честь дня пожарной охраны ученикам напомнили не только правила безопасности, но и рассказали, как спастись из огня.
Встреча детей с сотрудниками пожарно-спасательной части 89 началась с познавательной беседы. Ребятам рассказали, как правильно себя вести при возникновении пожара, напомнили правила безопасности в быту и на улице. Пока одни смельчаки испытывали дыхательный аппарат, другие примеряли рабочую униформу пожарных. Брюки и куртка были пока великоваты, но ребята с интересом рассматривали все детали и задавали вопросы. Пожарные Салаватского района рассказали ребятам об особенностях своей работы. Также во время встречи состоялось подведение итогов республиканского этапа конкурса детского творчества по пожарной безопасности «Только смелым покоряется огонь». В этом конкурсе 1-е место заняла Зарина Закирова (илз СОШ с. Янгантау), 2-е место – Эльмира Дусова (Таймеево), 3-е место – Рушания Маликова (Алькино), Самира Гарипова (Мечетлино), Вероника Петрова (Еланыш).
Но конечно самый большой восторг у ребят вызвала демонстрация пожарной техники. Каждый смог примерить настоящую шлем-каску пожарного-спасателя и посидеть за рулем пожарного автомобиля. Также пожарные показали, как тушат условный пожар. Ребята были вдохновлены увиденным и изъявили желание в будущем стать пожарными.


Читайте нас: