Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2019, 12:35

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмайыҡ

Һуңғы тәүлектә генә республикала һырғалаҡтарҙа 10 кеше, шул иҫәптән 6 бала йәрәхәттәр алған. Ә күрше төбәктәге Пермдә бер ҡатын тауҙан шыуған ваҡытта ағасҡа бәрелеп, һәләк булғаны билдәле.

Һуңғы тәүлектә генә республикала һырғалаҡтарҙа 10 кеше, шул иҫәптән 6 бала йәрәхәттәр алған. Ә күрше төбәктәге Пермдә бер ҡатын тауҙан шыуған ваҡытта ағасҡа бәрелеп, һәләк булғаны билдәле.

Тауҙан шыуғанда кешеләр бер-береһенә ҙур тиҙлек менән бәрелеп, йә йығылып, умыртҡа һөйәген, аяҡ-ҡулын һындыралар. Бигерәк тә тимер саналарҙы алмаштырған “ватрушкалар” хәүефле. Белгестәр әйтеүенсә, тын тултырылған тәгәрмәскә оҡшаш “ватрушка” еңел булғанлыҡтан тиҙ генә әйләнеп бара, тиҙлекте тиҙ йыя, уның менән идара итеүе ҡыйын. Шуға ла балаларҙы үҙҙәрен генә шыуырға ебәрергә ярамай.Текә тауҙарҙан тюбингтарҙа ла шыуыу хәүефле икәнен хәтерҙән сығармайыҡ. Кешеләргә таныш булмаған, үҙаллы ойошторолған урындарҙа тауҙан шыумаҫҡа кәңәш ителә.
______________________

Напомним, трагический инцидент произошел в Перми. Во время одного из спусков «ватрушка» с женщиной и ребёнком врезалась в дерево. Пострадавшие в тяжелом состоянии были доставлены в больницу. Три дня врачи боролись за жизнь пермячки, но травмы оказались несовместимы с жизнью.
Популярная зимняя забава – катание с гор на надувных санках-тюбингах, именуемых в народе не иначе, «ватрушки», является одним из самых травмоопасных видов отдыха.
Опасность кроется и в самой «ватрушке». У неё небольшой вес, поэтому она легко переворачивается, к тому же слабо амортизирует при столкновении с препятствием. Кроме этого, человек не может управлять траекторией своего движения, любая преграда на его пути может оказаться фатальной. И вот почему: в отличие от санок, «таблетка» способна развивать большую скорость и даже закручиваться вокруг своей оси во время спуска, при этом она неуправляема.
Не отпускайте детей кататься одних. Выбирайте место для катания с умом. В погоне за адреналином вы можете оказаться в реанимации. Перед спуском убедитесь, что поблизости нет других катающихся, иначе ваши санки могут столкнуться. Откажитесь от обледенелых склонов и гор с трамплинами.Не сцепляйте надувные санки друг с другом. Если же вы хотите съехать вдвоём, то выберите пологий склон. Двойная нагрузка приведёт к поднятию центра тяжести и снижению устойчивости «ватрушки”.