Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Сентябрь 2018, 18:43

“Был нимә булды: көслө елме, йортҡа эргәләге ағас ауҙымы”

“Беҙ күп фатирлы йорттоң икенсе ҡатында йәшәйбеҙ. Өйгә нимәлер килеп бәрелгән кеүек, фатир стеналары тетрәгәнгә, түбәләге люстра шалтырағанға һиҫкәнеп уянып киттек, – тип һөйләне Малаяҙ ауылында йәшәүсе шаһиттарҙың береһе. – Был нимә булды: көслө елме, йортҡа эргәләге ағас ауҙымы йә берәй иҫерек машина менән төртөлдөмө, әллә ҡыйыҡ емерелдеме, күршеләрҙә берәй нәмә шартланымы? Район биләмәһендә ер тетрәүе күптәрҙе төнгө йоҡоһонан уятты.

Шаршамбы, 5 сентябрҙә, иртә таң менән Башҡортостан биләмәһендә ер тетрәү теркәлде. Ошо хаҡта рәсми рәүештә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдерҙеләр.

Ер тетрәүен беҙҙең районда йәшәүселәр ҙә тойған. Иртәнге сәғәт дүрттәр тирәһендә күптәр, өйҙәре һелкенеүенә ҡурҡышып, йоҡоһонан уянған.

“Беҙ күп фатирлы йорттоң икенсе ҡатында йәшәйбеҙ. Өйгә нимәлер килеп бәрелгән кеүек, фатир стеналары тетрәгәнгә, түбәләге люстра шалтырағанға һиҫкәнеп уянып киттек, – тип һөйләне Малаяҙ ауылында йәшәүсе шаһиттарҙың береһе. – Был нимә булды: көслө елме, йортҡа эргәләге ағас ауҙымы йә берәй иҫереге машина менән төртөлдөмө, әллә ҡыйыҡ емерелдеме, күршеләрҙә берәй нәмә шартланымы? Тәҙрәнән тышҡа ҡарайбыҙ, урамда тыныс. Ҡатыным менән мин ҡурҡһаҡ та, балалар уянманы былай. Аҙаҡ, иртән, социаль селтәрҙәрҙән беҙҙең яҡта ер тетрәүе тураһында белдек”.

Ҡайһы бер мобиль операторҙар кеҫә телефондарына МЧС-тың “Башҡортостан буйынса Белорет, Салауат райондарында һәм Өфөлә ер тетрәүе теркәлеүе, халыҡҡа хәүефе юҡ һәм һаҡ булығыҙ!” тигән хәбәрҙәрен дә ебәргән булған. Социаль селтәрҙәрҙә беҙҙең районда Малаяҙ, Татар Малаяҙы, Әлкә, Янғантау, Ахун, Лағыр һ. б. ауылдарҙа ошо ғәҙәттән тыш хәлде һиҙеүҙәре хаҡында белдереп яҙыусылар күп булды.

Һуңынан рәсми сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, 5,5 магнитудалы ер һелкенеү Уралда Өфөнән көнсығышҡа табан 133-сө саҡрымда теркәлгән. Сейсмик әүҙемлек Силәбе өлкәһенең Иван-Ҡатау муниципаль районында , Орловка ауылы эргәһендә, 10 саҡрым тәрәнлектә булған. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, республика биләмәһендә ер һелкенеү оҙаҡҡа һуҙылмаған.

“Литосфера плиталарының хәрәкәте ер тетрәүгә килтергән”, – тип ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән белдерҙеләр, ҡайһы бер кешеләрҙең һелкенеүҙең техноген характер йөрөтөү тураһында фекерен кире ҡағып.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына Өфөлә, Белорет һәм Салауат райондарында йәшәүселәрҙән 560-тан ашыу шылтыратыу килгән.

“Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көсө менән социаль объекттар – дауахана, белем биреү учреждениеларының бөтөнлөгө тикшерелде. Килгән хәбәрҙәр буйынса туғыҙ оператив төркөм сыҡты, – тип һөйләне республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Алик Шәрәфетдинов. – Ер аҫты тетрәүе һөҙөмтәһендә электр, газ, һыу тәьминәте зыян күрмәгән. Ҡорбандар һәм зыян күргән кешеләр юҡ”.

Ә бына Силәбе өлкәһенең Иван-Ҡатау ҡалаһы халҡына ер тетрәүе нығыраҡ тәьҫир иткән. Кешеләр иртәнге 04.00-тән 06.00 сәғәткә тиклем фатирҙарынан тышҡа сығып торорға мәжбүр булған. Хатта ҡала дауаханаһында эвакуация үткәреп, шул көндө мәктәптәрҙә балаларҙы уҡытыуҙы туҡтатып торғандар. Ер һелкенеү һөҙөмтәһендә биналарҙың стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килгән.

“Ер шары йәшәй, үҫешә һәм ер тетрәүе – ул ғәҙәти күренеш”, – тип аңлатма бирҙе география фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Ринат Фәтҡуллин.

Уның һүҙҙәренсә, бер нисә йыл элек Өфөлә ер тетрәгәйне, ул саҡта ашығыс хеҙмәттәр хатта Октябрь проспектында йәшәүселәрҙе эвакуациялау тураһында иҫкәрткәйне. Ғалим шулай уҡ Урал тауҙарынан көнбайышҡа табан Өфө урынлашҡан платформа өлөшөндә иң күберәге 2 балл була алыуын билдәләне.

Сейсмологтар 5 сентябрҙә 12.27 сәғәттәрҙә Уралда 3,6 балл магнитудалы ҡабаттан ер тетрәүе тураһында хәбәр итте. Ул республиканың Межгорье ҡалаһы янында, 80 км. тәрәнлектә теркәлгән. Урындағы халыҡтан ҡабат ер тетрәүе тураһында ялыуҙар килмәгән.
Читайте нас: