

Предприятиеның үҙ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн 7200 квадрат метрҙан ашыу майҙандағы ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаһының бер өлөшөн законһыҙ файҙаланыуы асыҡланды. Шулай уҡ “Атмосфера һауаһын һаҡлау тураһында”ғы Федераль закон талаптарын һанға һуҡмай, юридик шәхес ҡалдыҡтарҙың стационар сығанаҡтарына һәм зарарлы (бысратыусы) матдәләр бүлеп сығарыуының үҙенә инвентаризация үткәрмәгән.
Тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған объекттар категорияһына индерелгән предприятиеның өс стационар бысратыусы матдәләр сығанағын иҫәпкә ҡуймауы, шулай уҡ комплекслы экологик рөхсәт (КЭР – комплексное экологическое разрешение) әҙерләмәүе айырыуса борсолоу тыуҙыра. КЭР ошондай объекттар өсөн мотлаҡ шарт, юғары ағыулы матдәләр бүлеп сығарыу шарттарында ундай рөхсәттең булмауы ҡануниәт талаптарын тупаҫ боҙа.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса район прокуратураһы предприятие адресына федераль ҡануниәтте боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында күрһәтмә индерҙе. Бынан тыш, прокуратура ғәйеплеләрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһен хәл итә.
Евгений Ребров, район прокуроры ярҙамсыһы.