Иҫерек килеш автомобиль менән идара итеү – етди енәйәт, уны ҡабаттан ҡылғанда водителгә енәйәт яуаплылығы янай, хатта иркенән мәхрүм ителеүгә тиклем.
Мәҫәлән, районда йәшәгән бер кеше, эскән килеш транспорт сараһына идара иткәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылғандан һуң, 2025 йылда мотоцикл менән иҫерек йөрөгәндә тотола. Салауат район-ара суды енәйәт эшен ҡарау һөҙөмтәләре буйынса ул РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип таныла. Ҡағиҙә боҙоусыға 200 сәғәт мотлаҡ эш рәүешендә яза тәғәйенләнә, транспорт сараларына идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан 2 йылға мәхрүм ителә. Мотоциклы дәүләт файҙаһына тартып алына.
Элек иҫерек килеш транспорт сараһына идара иткән өсөн язаға тарттырылған водителдәр, хоҡуҡ боҙоу ҡабатланған осраҡта, РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Шул уҡ ваҡытта енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле ҡулланған транспорт, РФ Енәйәт кодексының 104.1 статьяһына ярашлы, конфискацияланыуы мөмкин.
Александр Щевелев, район прокуроры.