«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостандағы идаралығы белгестәре ошо хаҡта аңлата.
Тауарҙы тотҡарлағанда ниндәй процент иҫәпләнә?
Әгәр алдан хаҡ индергән тауарығыҙ һеҙҙең ғәйебегеҙ менән һәм тәбиғәт шарттарына бәйле хәл иткеһеҙ шарттар арҡаһында тотҡарланмаһа – һәр көн өсөн алдан түләнгән күләмдең 0,5 проценты. Сумма һеҙ түләгән хаҡтан артыҡ булмаҫҡа тейеш.
Әгәр һатыусы:
- етешһеҙлеге булған продукцияны 7 көн эсендә алмаштырмаһа (етештереүсегә тауарҙың сифатын тикшереү талап ителһә – был ваҡыт 20 көнгә, тауар булмаһа, бер айға тиклем оҙайтыла);
- аҡсаны кире ҡайтармаһа, тауарҙың етешһеҙлеге булыу сәбәпле хаҡын төшөрмәһә йәки етешһеҙлекте бөтөрөүгә бирелгән 20 көн эсендә зыянды ҡапламаһа;
- килешеүҙә күрһәтелгән ваҡыт эсендә (45 көндән артыҡ түгел) етешһеҙлекте бөтөрмәһә – һәр көн өсөн тауар хаҡының 1 проценты.
Әгәр:
- эш йәки хеҙмәт килешеүҙә ҡаралған ваҡытта башҡарылмаһа;
- башҡарыусы етешһеҙлекте контрактҡа ярашлы йәки һеҙҙең талап буйынса ваҡытында төҙәтмәһә;
- етешһеҙлектәр өсөн тауар хаҡын төшөрмәһә йәки уларҙы бөтөрөүгә сығымдарҙы 10 көн эсендә ҡапламаһа;
- ваҡыты үтәлмәү сәбәпле килешеүҙе өҙгәндән һуң 10 көн эсендә аҡсаны кире ҡайтармаһа – һәр көн өсөн хаҡтың 3 проценты түләнә.
Неустойка алыу өсөн һатыусыға яҙма ғариза ебәрегеҙ. Әгәр ул компенсация түләүҙән баш тартһа, үҙегеҙгә уңайлы ысул менән – шәхсән, хеҙмәттең сайтында онлайн, ғәҙәти йәки электрон почта аша «Роспотребнадзор»ға ялыу бирегеҙ. Шулай уҡ һатыусыны судҡа бирә алаһығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан