Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
28 Май 2025, 22:07

Башҡортостанда легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы ведомство-ара көрәш алып барыла

Республикала законһыҙ мәшғүллеккә ҡаршы ведомство-ара көрәш әүҙем алып барыла һәм ул һиҙелерлек һөҙөмтә бирә.

Башҡортостанда легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы ведомство-ара көрәш алып барыла
Башҡортостанда легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы ведомство-ара көрәш алып барыла

Был эштең үҙәк майҙансығы булып легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара комиссия тора. Мәҫәлән, 11 йыллыҡ берлектәге эшмәкәрлектә 435 меңдән ашыу граждан легалләштерелгән. 2025 йылдың 1 майына 6438 законһыҙ эшләгән граждан "күләгә"нән сығарылған, тип хәбәр итә "Молодежная газета" баҫмаһы.

Социаль фонд 2024 йылда легалләштерелгән эшселәрҙең эш урындарында ныҡлы нығыныуын раҫлай - 79,5%. Төрлө алымдар ҡулланыла: контроль-күҙәтеү органдарының тикшереүе, эш биреүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр менән мәғлүмәт-аңлатыу эше, социаль партнерҙар йәлеп итеү һәм коллектив килешеүҙәр төҙөү. Рәсми булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәштә иң һөҙөмтәле ысул тип һәр кешенең бындай эш төрөнөң сәбәптәрен һәм эҙемтәләрен аңлауы атала.

Рәсми булмаған мәшғүллек ваҡытында хеҙмәткәр эш хаҡының тотҡарланыуы йәки түләнмәүе, дауахана ҡағыҙҙарының түләнмәүе, аңлатмаһыҙ теләһә ҡайһы ваҡытта эштән бушатыу хәүефе, регламентланмаған һәм тотороҡһоҙ эш графигы, зарарлы һәм хәүефле шарттарҙа эшләгәндә гарантиялар булмауы һ. б. проблемаларға юлыҡҡан.

Хеҙмәткәрҙәрҙе әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтергә, намыҫһыҙ эш биреүселәрҙең һүҙенә ышанмаҫҡа һәм финанс яғы "асыҡ" булмаған хеҙмәт мөнәсәбәттәренә ингәндә уяу булырға саҡыралар.

Фото: "Молодежная газета".

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас