Бының хаҡта, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллегенә һылтанып, "Республика Башкортостан" гәзите яҙа.
Быға тиклем сит ил граждандарына Рәсәйҙә 180 тәүлеккә тиклем булырға мөмкин ине. Закон сығарыусылар фекеренсә, был лимитты кәметеү законһыҙ хеҙмәт миграцияһы кимәлен кәметергә ярҙам итәсәк. Миграция ҡануниәтендәге был үҙгәрештәр Рәсәйгә виза алыуҙы талап итмәгән тәртиптә килгән сит ил граждандарына ғына ҡағыла. Сит ил граждандарының килеү ваҡытын оҙайтыу өсөн законлы нигеҙе булған осраҡтарға ул ҡулланылмай.
Әгәр мигрант был законды боҙһа, уға Рәсәйгә өс йыл дауамында инеү тыйыла.
Фото: Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы.