1-2-се курс студенттары алдында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Экстремизмға ҡаршы көрәш үҙәге начальнигы урынбаҫары, полиция полковнигы Эдгар Погосян сығыш яһаны.
Спикер йыйылыусылар менән асыҡ диалог формаһында экстремизмға ҡаршы тороу проблемаларын тикшерҙе. Шуныһы мөһим, хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенең практик тәжрибәһе тураһында мәғлүмәт биреү экстремистик идеологияны ҡабул итмәү һәм радикаль берләшмә-хәрәкәттәргә кире мөнәсәбәт булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
"Экстремизм көс ҡулланыуҙа ғына түгел, ә нәфрәт идеяларын таратыуҙа ла сағыла ала. Экстремистик йүнәлешле актуаль хәүефте асыҡлауҙа һәм экстремистик идеологияға, шул иҫәптән мәғлүмәт киңлегендә радикаль контентҡа кире мөнәсәбәт булдырыуҙа ярҙам итергә кәрәк", – тип билдәләне Эдгар Левонович. Аҙаҡтан ул хоҡуҡ һаҡлау практикаһынан миҫалдар килтерҙе.
Осрашыуҙа әлеге ваҡытта күп граждандар дусар булған телефон мутлашыуы мәсьәләләре лә күтәрелде. Енәйәтселәрҙең тәьҫир итеү ысулдары, һаҡланыу һәм кире мөнәсәбәткә инмәҫкә кәрәклеге тураһында ла һөйләшеү булды.
"Берләшеп, гражданлыҡ әүҙемлеге, сабырлыҡ һәм аҡыллылыҡ күрһәтеп кенә экстремизм һәм терроризм эҙемтәләрен иҫкәртергә һәм булдырмаҫҡа мөмкин", – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дәүләт һәм муниципаль идара итеү һәм иҡтисад факультеты деканы Гүзәл Исхаҡова.
Автор фотоһы.