Был закондарҙың бурысы - төрлө социаль ҡатлам, дин һәм милләт вәкилдәре араһында дошманлыҡ тыуҙырмау. Кемдер күңел төбөндә кемделер яратып етмәүе мөмкин, әммә был уның шәхси проблемаһы. Рәсәй дәүләте туранан-тура күрә алмаусанлыҡ тыуҙырыуҙы йәки милли, дини тойғоларҙы, кешелек дәрәжәһен кәмһетеүҙе тыя.
Эйе, теге йәки был гражданды яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы, аныҡ эштәре һәм инаныуҙары өсөн тәнҡитләүҙе талап итергә мөмкин. Ләкин үс алырға саҡырыу һәм уның исеменә, мәҫәлән, расаһына ҡарата мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтеү закон менән тыйыла һәм, йәшенә ҡарамаҫтан, язаға тарттырыла. Экстремистик йүнәлештәге енәйәт өсөн 14 йәштән енәйәт яуаплылығы башлана. Шуға күрә уйламай, аңламай әйтеү судҡа бер ниндәй ҙә тәьҫир яһай алмай.
Законда нимәләр тыйылған?
Халыҡ алдында власты көсләп ҡолатыуға, конституция ҡоролошон үҙгәртеүгә саҡырырға, Рәсәйҙән айырылырға тәҡдим итергә ярамай;
Кешеләрҙең тауыш биреүенә ҡамасауларға ярамай;
Ниндәйҙер кешеләрҙе күрә алмаҫҡа кәрәк, тип әйтергә ярамай, сөнки улар нимәгәлер ышана, нимә менәндер шөғөлләнә йәки ҡайҙалыр тыуған;
Бындай кешеләр менән ниндәйҙер насарлыҡ эшләргә тәҡдим итергә ярамай;
Теләһә ниндәй экстремистик ойошманың нацист символикаһын һәм экстремистик символикаһын күрһәтергә ярамай;
Терроризмды һәм экстремизмды асыҡтан-асыҡ аҡларға һәм уның менән шөғөлләнеүселәргә ярҙам итергә ярамай;
Дини символдарҙан, изгеләрҙән һәм образдарҙан халыҡ алдында көлөргә ярамай;
Халыҡ алдында кәмһетеү мөмкин булғандың барыһын да эшләргә ярамай. Мәҫәлән, дини йә милли хистәргә бәйле;
Интернетта расалар һәм изге нәмәләрҙең өҫтөнлөгө хаҡында һүрәттәр йәки роликтар менән бүлешергә, шулай уҡ экстремизм билдәләре булған комментарийҙар яҙырға ярамай.
Һанап үтелгән бөтә осраҡтарҙа ла аныҡ зыян күреүселәрҙән ғаризалар кәрәкмәй. Ошо бөтә «ярамай» өсөн яуаплылыҡ баҫылып сығыу факты өсөн башлана. Ә интернетта йәки месседжерҙарҙа дөйөм күҙәтеүгә урынлаштырылған бар мәғлүмәт - комментарий, репост, һаҡланған фото баҫтырылған мәҡәлә булып иҫәпләнә.
Хәүеф төркөмөнә кемдәр ҡарай?
Уға барыһы ла ҡарай. Хәүеф төркөмөнә эләкмәҫ өсөн, һәр кем интернеттағы үҙ фекерҙәре һәм мәҡәләләре өсөн яуаплы булыуын аңларға тейеш. Һәр береһе - ул өлкәндәр һәм йәштәр генә түгел, үҫмерҙәр ҙә, хатта балалар ҙа.
Интернет - асыҡ киңлек. Һәм унда үҙеңдең аҡыл һығымталарыңды урынлаштырыу тауышлы һөйләүсе менән үҙәк майҙанға сығыу кеүек. Әгәр кемдер, Селтәрҙә "ник" (серле исем) артында йәшенеп, һәр төрлө әшәке һүҙҙәр яҙырға мөмкин, тип уйлаһа, бик ныҡ яңылыша. Хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн енәйәтсене асыҡлау ҡыйын булмаясаҡ. Бөгөн бөтә ҡулланыусылар ҙа ус төбөндәге кеүек.
Шуға күрә Рәсәйҙә ниндәй комментарийҙар һәм мәҡәләләр өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары мөмкин икәнен белергә кәрәк. Һәм кисекмәҫтән уларҙы алып ташлау мөһим. Был социаль селтәрҙәге яҙмаларға, форумдарҙағы комментарийҙарға һәм бүтән кешеләр күрә алған башҡа мәғлүмәткә ҡағыла. Был барыһына ла, хатта үҫмерҙәргә һәм балаларға ла ҡағыла.
Формаль яҡтан экстремизм өсөн өс яуаплылыҡ төрө бар - административ, енәйәт, гражданлыҡ-хоҡуҡи, һәм бер нисә насар эҙемтә. Тәүге икәүһе буйынса Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексын һәм Енәйәт кодексын ҡарау ҙа етә. Гражданлыҡ-хоҡуҡи яуаплылыҡ йәһәтенән хәбәрҙар булған кешеләр аҙҙыр, моғайын. Мәҫәлән, эшкә урынлашыу менән етди ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал. Экстремизм статьялары менән «тапланған» граждандарға дәүләт вазифаларын биләү, контракт буйынса, хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеү, белем биреү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү тыйылған. Кешене йәш саҡта экстремизм өсөн хөкөм иткәндәр икән, киләсәктә ул бер ҡасан да ҡайһы бер ойошмаларҙа, ведомстволарҙа һәм структураларҙа эшләй алмаясаҡ.
Язаһы бар, аҡса юҡ
Халыҡ алдында уйламайынса эш итеүе өсөн кеше экстремистик йәки террористик эшмәкәрлектә ҡатнашы булған ҡара исемлеккә инеүе ихтимал. Ә был банкта иҫәп асырға һәм хатта карточканан аҡса алырға ярамай, тигәнде аңлата. Айына бер тапҡыр билдәле бер сумма ғына уның иҫәбенән йәки вкладынан йәшәү өсөн биреләсәк, уның күләмен суд билдәләйәсәк.
Украинала махсус хәрби операция башлағандан алып төрлө Интернет-майҙансыҡтарҙа, эш эҙләү буйынса Телеграм-каналдарҙа, онлайн-казиноларҙа, наркотиктар һатыу буйынса селтәрле магазиндарҙа «тиҙ эш хаҡы» тураһында иғландар күбәйҙе. Төп иғтибар йәштәрҙе, ололарҙы, радикалдарҙы, халыҡтың маргиналь ҡатламдарын, шулай уҡ бәлиғ булмағандарҙы һәм психик сирле кешеләрҙе вербовкалауға йүнәлтелгән. «Диверсанттарҙың» күбеһе юридик белемгә эйә түгел, улар үҙҙәренә эҙемтәләр ауырлығы буйынса яуап бирмәй. Бынан тыш, Украинаның махсус хеҙмәттәре һәм мәғлүмәт үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре популяр мессенджерҙар ярҙамында Рәсәйҙә йәшәүселәргә банк, Тәфтиш комитеты, Эске эштәр министрлығы һәм Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтырата һәм, психологик йоғонто технологияларын файҙаланып, кешеләрҙе «мутлашыусыларҙан яҡлау өсөн» аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә мәжбүр итә. Һуңынан енәйәт эҙәрлекләүе ҡурҡынысы аҫтында ҡорбандарҙы административ биналарға ут төртөүгә этәрәләр. Уларҙы ҙур булмаған енәйәт тип тә атап, сығымдарҙы 10-дан алып 20 мең һумға тиклем гонорар менән ҡапларға вәғәҙәләй. Тағы ла телефондан урланған аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә бирәләр. Әлбиттә, эште башҡарғандан һуң енәйәтселәр бөтә бәйләнештәрҙе өҙөп, бер кемгә лә аҡса күсермәй.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте хәбәр итеүенсә, заказ буйынса ут төртөүселәрҙең барыһы ла асыҡланған һәм, күпселек осраҡта, уларҙың эшмәкәрлеге теракт, диверсия һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың ғүмеренә ҡул һуҙыу булараҡ баһаланған. Ә был 20 йылға тиклем етди срокты күҙ уңында тотҡан бик ауыр енәйәт статьялары булып һанала.
Артур Смолов фотоһы.
"Республика Башкортостан" гәзите материалдарынан.