Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
26 Июнь , 17:25

26 июнь - Халыҡ-ара наркотиктар ҡулланыуға һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу айлығы үткәрелә.

1 майҙан 1 июлгә тиклем республикала Халыҡ-ара наркотик матдәләр ҡулланыуға һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнөнә арналған Наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу айлығы үткәрелә.

Наркомания һәм наркоенәйәтселек проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү, бәлиғ булмағандарға наркотиктарҙы маҡсатҡа ярашһыҙ ҡулланыуҙың кире эҙемтәләре һәм уларҙың законһыҙ әйләнешендә ҡатнашҡан өсөн яуаплылыҡ тураһында хәбәрҙарлыҡ кимәлен күтәреү, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, балалар һәм йәштәр менән наркотиктарға ҡаршы комплекслы профилактик эш ойоштороу сараның төп маҡсаттары булып тора.

Автор:
Читайте нас: