Район прокуратураһы белем биреү учреждениелары янында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә закондарҙың үтәлешен тикшерҙе.
Законға ярашлы, балалар учреждениелары янында урынлашҡан йәйәүлеләр үткәүелдәрендә ҡоймалар, яҡтыртыу һәм яһалма тигеҙһеҙлектәр, шулай уҡ ГОСТ-ҡа ярашлы юл хәрәкәте билдәләре ҡуйылырға тейеш.
Ете ауыл биләмәһе хакимиәтенең ҡануниәт талаптарын инҡар итеүе һәм белем биреү учреждениелары янында йәйәүлеләр үткәүелдәрен тейешенсә йыһазландырмауы асыҡланды. Шуға бәйле, район прокуратураһы үрҙә әйтелгән хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында дәғүә ғаризалары менән судҡа мөрәжәғәт итте. Суд күҙәтеү ведомствоһының дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе. Суд ҡарарҙары законлы көсөнә инде.