Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
5 Октябрь 2023, 16:50

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте интернетта һалым хеҙмәте исеменән мутлашыусыларҙың хаттары тураһында иҫкәртә

Улар нисек эшләй:

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте интернетта һалым хеҙмәте исеменән мутлашыусыларҙың хаттары тураһында иҫкәртә
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте интернетта һалым хеҙмәте исеменән мутлашыусыларҙың хаттары тураһында иҫкәртә

Билдәһеҙ кешеләр Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте исеменән һалым бурысын түләү талабы менән хәбәр ебәрә. Бурысты инспекцияға шәхсән килеп йәки һылтанма буйынса үтеп түләргә һәм ошо белдереү ҡағыҙын ебәргән инспекторға түләү тураһындағы чек күсермәһен ебәрергә тәҡдим итәләр. Мутлашыусылар был бурыстың 2021 йылғы булыуын билдәләй, шуға күрә, ул Дәүләт хеҙмәттәрендә һәм түләүсенең шәхси кабинетында сағылыш тапмай, тип аңлата.

Аферистар, пассив килем ойошторорға саҡырып һәм был функцияға һалым түләүсенең шәхси кабинетынан тоташыу мөмкинлеге биреп, хатты электрон почтаға ебәрә. Шул уҡ ваҡытта, үҙҙәренең сайттарына күсеү өсөн һылтанмалар күрһәтә. Ышандырыр өсөн хатҡа инспекция реквизиттарын беркетәләр.

🛑 Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте бындай хаттар ебәрмәй һәм был хаттарға уларҙың ҡағылышы юҡ. Иҫәпләп сығарылған һалымдар тураһында белдереү шәхси кабинетҡа йәки почта аша килә. Унда тик белдереү ҡағыҙы һәм, документты сервиста ҡарарға мөмкин, тигән хәбәр генә бар. Һалым түләүселәрҙең электрон адресына һалым органдары өҫтәмә рәүештә бер нәмә лә ебәрмәй.

Әгәр һалым түләүсенең шәхси кабинетында (https://vk.cc/a3Vb6b) йәки Дәүләт хеҙмәттәре (https://vk.cc/cpg9kO) аша алырға теләһәгеҙ, һалым тураһындағы белдереү ҡағыҙҙары ҡағыҙ форматта ебәрелмәй. Шунда уҡ бурысың бармы-юҡмы икәнлеге хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин. Тағы ла бурысты тикшереү ысулдары - «Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә» https://vk.cc/c4jP5Q сервисы аша хат ебәреү йәки һалым инспекцияһына шәхсән барыу.

Тулыраҡ мәғлүмәт - Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сәхифәһендә

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: