Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
16 Сентябрь 2023, 15:20

Өс йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса ялдан ваҡытынан алда эшкә сығырға мөмкинме?

Эйе, бының өсөн эш биреүсегә ғариза яҙырға кәрәк.

Өс йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса ялдан ваҡытынан алда эшкә сығырға мөмкинме?
Өс йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса ялдан ваҡытынан алда эшкә сығырға мөмкинме?

Тағы нимә белергә кәрәк:

1.Тулы булмаған эш көнөнә сығырға мөмкин. Эш көнө дауамлылығының сабыйҙы тәрбиәләргә мөмкинлек биреүе шарт. Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән ата-әсәләр йәки опекундар ай һайын пособие ала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар тулы булмаған көнгә эшкә сыға ала. Бындай осраҡта, баланы ысынында кем ҡарай, пособие шул кешегә түләнә.

2. 3 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса ял осоронда эшләү өсөн етәкселек менән алдан уҡ смена оҙайлығы һәм эш көндәре һаны тураһында һөйләшеп килешергә кәрәк.

3. Йәш әсәләр командировкаларҙан, өҫтәмә һәм төнгө эштәрҙән, шулай уҡ ял һәм байрам көндәрендә эшләүҙән баш тарта ала.

4. Бала ҡарау буйынса ялды эшкә сығыу өсөн туҡтатырға, ә һуңынан йәнә рәсмиләштерергә мөмкин.

5. Бала ҡарау буйынса ял ваҡытында ата-әсәнең эш урыны һаҡлана.

6. Хеҙмәт хоҡуҡтарығыҙ боҙолһа, Онлайнинспекция.рф порталында «Проблема хаҡында хәбәр итергә» сервисы аша мөрәжәғәт итегеҙ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: