Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
12 Сентябрь 2023, 21:33

Күп балалы әсәләрҙең ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы бар

Уларҙың пенсияға сығыу йәше балалар һанына бәйле.

Күп балалы әсәләрҙең ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы бар
Күп балалы әсәләрҙең ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы бар

Күп балалы әсәнең нисә йәштә пенсияға сығыу мөмкинлеге бар - Рәсәй белгестәре аңлата

Күп балалы әсәнең пенсияға сығыу йәше балалар һанына бәйле. Ҡатын өс бала тапһа һәм тәрбиәләһә, 57 йәшендә ваҡытынан алда пенсияға сығырға хоҡуҡлы. Ҡатындың дүрт балаһы булһа, 56 йәштә мөмкин. Биш һәм унан күберәк балаһы булған кеше пенсияны 50 йәштән рәсмиләштерә ала.

Мөһим моменттар бар, уларҙы иҫәпкә алырға кәрәк:

1. Һанап үтелгән бөтә категорияларға пенсия тәғәйенләү өсөн мотлаҡ шарт - ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү йәки баланы тәрбиәгә алыуҙы юҡҡа сығарыу осрағы булырға тейеш түгел.

2. Ваҡытынан алда страховка пенсияһы билдәләүҙе һорап мөрәжәғәт иткән мәлгә ғаиләләге бөтә балаларға 8 йәш тулған булырға тейеш.

3. Күп балалы әсәнең пенсияға сығыу өсөн кәм тигәндә 15 йыл страховка стажы булыуы мөһим.

4. 2023 йылда ваҡытынан алда пенсияға сыҡҡан осраҡта шәхси пенсия коэффициенты кәмендә 25,8 булырға тейеш.

Социаль һәм пенсия тәьминәте мәсьәләләре буйынса консультация алыу өсөн берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны: 8 (800) 1-00000-1

Социаль фондтың Башҡортостандағы клиент хеҙмәттәре

Автор:
Читайте нас: