Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
9 Сентябрь 2023, 19:05

Социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса квалификациялы ярҙамды нисек алырға?

Башҡортостан Республикаһында социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса квалификациялы ярҙам алыу юлдары.

Социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса квалификациялы ярҙамды нисек алырға?
Социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса квалификациялы ярҙамды нисек алырға?
Башҡортостанда социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса квалификациялы ярҙамды ҡыҙыу элемтә телефоны аша алырға мөмкин:

8 (800) 775-00-14

Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре:

- өйҙә йәки урында социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип таныу;

- өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалид кешеләрҙе ҡабул итәсәк ғаиләләр ойоштороу;

- инвалид кешеләрҙе техник реабилитация саралары алыу өсөн сертификаттар менән тәьмин итеү, инвалид баланы реабилитациялауға сертификаттар тапшырыу мәсьәләләре буйынса бушлай консультация бирә.

Ҡыҙыу линияның эш ваҡыты: эш көндәрендә - 8:00-18:00, ял көндәрендә – 10:00-18:00.

Үҙәктең Өфөләге бүлексәләре

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың һәр районында һәм ҡалаһында социаль участковыйҙар хеҙмәте эшләй. Бында өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, интернатҡа, психоневрология интернатына урынлаштырыу хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:
Читайте нас: