Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
28 Август 2023, 18:16

Дәүләт хеҙмәттәрендә һалым тураһындағы белдереү ҡағыҙҙарын нисек алырға?

Хәҙер Дәүләт хеҙмәттәрендә һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙары алыу һәм һалым түләү мөмкинлеге бар. Элек унда һалым бурысы тураһында мәғлүмәт кенә күренә ине.

Ни өсөн был уңайлы?

Бынан һуң почтаға йөрөргә кәрәкмәй, сөнки яңы опция алдан уҡ һалым тураһында белергә мөмкинлек бирә. Ә һалымды Дәүләт хеҙмәттәрендә пеня һәм комиссияһыҙ түләргә мөмкин.

Дәүләт хеҙмәттәрендә һалым тураһындағы белдереү ҡағыҙҙарын нисек алырға:

1 – «Госключ» ҡушымтаһын күсереп алығыҙ, электрон ҡултамға сертификаты алығыҙ.

2 – Дәүләт хеҙмәттәренә инегеҙ һәм алдан тултырылған мәғлүмәттәрҙе тикшереп сығығыҙ.

3 – «Госключ» ҡушымтаһына күсегеҙ ҙә белдереүҙәр ебәреүгә ризалыҡ бирегеҙ.

4 – Белдереү ҡағыҙҙары ебәреүгә смс килеүен көтөгөҙ. Ул бер нисә минут эсендә киләсәк.

Ентеклерәк мәғлүмәт - Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең бәйләнеш үҙәге: 8 (800) 222 22 22.

Һалым тураһындағы белдереүҙәр хаҡында шәхси һорауҙарға яуаптар Дәүләт хеҙмәттәрендә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: