Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
22 Август 2023, 18:11

Эшһеҙ кеше статусын нисек алырға?

Әгәр бер нисә ай эш таба алмайһығыҙ икән, эшһеҙ статусы, шуның менән бергә пособие һәм һөнәр алмаштырыу йәки квалификация күтәреү өсөн бушлай курстар алырға мөмкинлегегеҙ бар.

Эшһеҙ кеше статусын нисек алырға?
Эшһеҙ кеше статусын нисек алырға?

Ғаризаны «Рәсәй эше» порталы аша онлайн бирергә мөмкин: https://ok.me/LojB1

- «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында иҫәп яҙмаһы ярҙамында теркәлегеҙ;
- өҫкө менюла «Бөтә сервистар» → «Бөтә хеҙмәттәр» тигәнде һайлағыҙ. Асылған биттә үҙегеҙҙең йәшәгән төбәкте һайлағыҙ;
- «Ғариза бирергә» тигән төймәгә баҫығыҙ;
- шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, һуңғы эш урыны тураһында мәғлүмәт тултырығыҙ, шулай уҡ резюме ҡалдырығыҙ.

Әгәр ғариза биреүҙә ауырлыҡтар тыуһа, шәхсән мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ. Унда консультанттар ярҙамға килер.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

Автор:
Читайте нас: