Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
21 Август 2023, 17:24

Яңғыҙ әсә ипотека ала аламы?

Яңғыҙ әсәгә башҡа заемсыларға ҡуйылған шарттарҙа ипотека алырға мөмкин. Банк кредитты хуплаһын өсөн ипотека программаһы талаптарына тап килеүеңде раҫларға кәрәк.

Яңғыҙ әсә ипотека ала аламы?
Яңғыҙ әсә ипотека ала аламы?

Банктың заемсыларға талаптары:
- ипотеканы рәсмиләштергән ваҡытта 21 йәштән өлкән һәм кредитты ҡаплау мәленә 75 йәштән кесерәк булыу;
- Рәсәй гражданлығы;
- Рәсәй биләмәһендә даими йәки ваҡытлыса теркәлеү;
- Һуңғы эш урынында минималь эш стажы - өс айҙан күберәк булыу.

Шулай уҡ заявканы ҡарау һөҙөмтәһенә йоғонто яһаған шарттар ҙа бар:
- заемсының кредитты түләрлек килеме
- рәсми эш урыны
- һәйбәт кредит тарихы
- беренсе иғәнә 15 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш

Яңғыҙ әсәләр өсөн махсус ипотека ташламалары юҡ. Ипотеканы ҡаплау өсөн яңғыҙ әсә әсәлек капиталы менән файҙаланыуы ихтимал. Әгәр 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем күп балалы әсәнең өсөнсө йәки артабанғы балаһы тыуһа, уға 450 000 һум күләмендә ипотека түләү өсөн субсидия алырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Сығанаҡ: https://t.me/anlatabiz102/3187 

Автор:
Читайте нас: