Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
19 Май 2022, 16:45

Мәктәптәрҙә янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлмәгән

Салауат районы прокуратураһы талабы менән суд ике мәктәпте янғынға ҡаршы тейешле хәлгә килтерергә мәжбүр итте.

Мәктәптәрҙә янғын хәүефһеҙлеге  талаптары үтәлмәгән
Мәктәптәрҙә янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлмәгән

Салауат районы прокуратураһы Таймый һәм Мәсетле төп мәктәптәре филиа­л­дарын тикшергәндә янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек буйынса бик күп нормаларҙың боҙолоу осраҡтарын, шул иҫәптән төҙөк булмаған электр ҡорамалдары, янғын һүндергестәр ҡулланылыуы, янғын хәүеф­һеҙлеге системаһына йыл һайын һынау үткәрелмәүе, ҡаҙанлыҡ бинаһында йылытыу мейестәренә яҡын яныусан материалдар һаҡланыуы, эвакуация ишектәренең етерлек булмауын асыҡланы.
Был билдәһеҙ кешеләр даирәһенең, шул иҫәптән бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын боҙоуы, объектив сәбәптәр арҡаһында уларҙың судҡа мөрәжәғәт итә алмауы менән бәйле, шулай уҡ күп ҡорбандарға килтереүсе ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм һәләкәттәргә юл ҡуймау өсөн прокурор административ дәғүә ғаризаһы ебәрҙе.
Суд район прокурорының дәғүә талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе. Суд ҡарарының үтәлеше район прокуратураһы контролендә тора.
Тимур Имашев,
район прокуроры ярҙамсыһы.

Автор:
Читайте нас: