Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
6 Май 2022, 11:40

Балаларҙың торлаҡ өлөшөнә хоҡуғы яҡланды

Салауат районы прокуратураһы әсә (ғаилә) капиталы сараларын файҙаланғанда ҡануниәттең үтәлешен тикшерҙе.

Балаларҙың торлаҡ өлөшөнә хоҡуғы яҡланды
Балаларҙың торлаҡ өлөшөнә хоҡуғы яҡланды

2021 йылда Салауат районында йәшәгән ҡатынға әсә капиталына сертификат бирелгән булған. Ханым әсә капиталы аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, торлаҡ йортто ремонтлауға тотонған. Әммә торлаҡты балалар менән дөйөм милеккә рәсмиләштереү буйынса үҙ өҫтөнә алған йөкләмәне үтәмәгән.

Шуның менән бәйле район прокуроры бәлиғ булмағандар мәнфәғәтендә балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғында билдәләнгән өлөшөн теркәргә мәжбүр итеү тураһында дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итте. Суд прокурорҙың талаптарын ҡәнәғәтләндерҙе. Суд ҡарарының үтәлеше прокуратураның махсус контролендә тора.

Фото: "Башинформ".

Автор:Александр Щевелев, Салауат районы прокуроры.
Читайте нас: