Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
5 Май 2022, 18:23

Прокуратура психик сирлеләрҙе водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү талабын ҡуйҙы

Салауат районы прокуратураһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә ҡануниәт талаптары үтәлешен тикшерҙе. Уның барышында аҡылға зәғифлек, шизофрения һәм башҡа психик сирҙәр менән яфаланыусы, шул уҡ ваҡытта төрлө категориялы водитель таныҡлығы булған 9 граждан асыҡланды.

Мәҫәлән, Салауат районында йәшәүсе граждандың психиатрҙа “стресһыҙ шизофрения билдәләре булған киҫкен полиморф психиатрик ҡаҡшау” диагнозы менән иҫәптә тороуы һәм шул уҡ ваҡытта уның транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғына водитель таныҡлығы булыуы билдәле булды. Икенсеһенә “шәхестең органик боҙолоуы” диагнозы ҡуйылған, ләкин уның да водитель таныҡлығы булған.

Алкоголизм, наркомания, психик сирҙәр мәнән яфаланған кешеләрҙең транспортҡа идара итеүе юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра, юл-транспорт ваҡиғаларына килтереүе, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмеренә, һаулығына йәки мөлкәтенә зыян эшләүе ихтимал.

Шуның менән бәйле район прокуратураһы судҡа атап үтелгән кешеләрҙең транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғын туҡтатыу тураһында административ дәғүә ғаризалары ебәрҙе. Административ дәғүәләрҙе ҡарау һәм асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөү район прокуратураһы контроленә алынған.

Автор:Александр Щевелев, Салауат районы прокуроры.
Читайте нас: