Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
22 Июль 2021, 15:48

Илназ Ғәләүиевкә ниндәй хөкөм ҡарары сығарылды?

11 майҙа Ҡазан ҡалаһындағы гимназияларҙың береһендә булған ҡот осҡос хәл бар донъяны шаулатҡайны...Бар донъяны шаулатҡан ҡот осҡос фажиғәле хәл быйыл 11 майҙа Ҡазан ҡалаһындағы гимназияларҙың береһендә теркәлгәйне. Унда ете баланың, ике уҡытыусының ғүмере өҙөлөүе, тағы 24 кешенең төрлө йәрәхәттәр алыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.

Уларҙың ғүмерен ҡыйған 19 йәшлек Илнур Ғәләүиевкә ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителеү йә үлем язаһы булыр тип көтөлгәйне. Әле Йәмәғәт контроле комиссияһы белдереүенсә, Илназ хөкөм ителмәйәсәк - уны мәжбүри дауаланыуға ебәрәсәктәр: иҫе теүәл түгел тип табылған. Был хаҡта, экспертиза һөҙөмтәләренә таянып, "Газета ОНК" баҫмаһы сайтында хәбәр ителә. Унан алда Тәфтиш комитеты Ғәләүиевкә баш мейеһе сире диагнозы ҡуйылыуы, ләкин уның психиатрҙа ла, наркологта ла иҫәптә тормауы тураһында белдергәйне.

Ә туғыҙ кешенең ғүмерен бер нисек тә кире ҡайтарып булмай...

Фото: "Башинформ".

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: