Кеше һәм закон
31 Декабря 2020, 21:00

Юлдар төҙөкләндерелде, ә Тау урамы – киләһе йылға

Беҙ, Урмансы ауылының Тау урамында йәшәүселәр, юл мәсьәләһен күтәрәбеҙ. Сөнки Тау урамындағы юлдан йөрөп булмай: ямғыр һәм өйәр һыуҙарынан канау барлыҡҡа килгән”.

Мәсьәләгә Лаҡлы ауыл биләмәһе башлығы Зилә ӘҒЗӘМОВА асыҡлыҡ индерә:

– Быйыл ауыл советы депутаттары ҡарары нигеҙендә Урмансы ауылының Йәштәр, Урман һәм Йәшел урам­да­ры ­юлдары эшләнде. Төҙөкләндереүгә республика Башлығы траншынан 100 мең һум йүнәлтелде. Шәрип ауылынан “Һыуғояр” йәмғиәте (директоры – Ирут Рәжәпов) подрядсы булараҡ ошо урамдарға ҡырсынташ түшәп тигеҙләне.

Урмансының Тау һәм тағы бер урамын төҙөкләндереүҙе киләһе йылға планға кереткәнбеҙ. Барыһын да бер йылда эшләргә финанс етмәй. Шуға ул этаплап башҡарыла.

Читайте нас