Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
1 Ғинуар 2021, 02:00

Штраф түләмәһәң нимә көтә?

Һорауға район про­куроры ярҙамсыһы Рәмил АСҠАРОВ яуап бирә:

– РФ КоАП-ның 31.1-се статьяһына ярашлы, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш буйынса ҡарар, әгәр уға ялыу бирелеп, протест белдерелмәһә, күсермәһе ҡулға тапшырылғандан алып 10 көн эсендә законлы көсөнә инә. Административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кеше штрафын ҡарар законлы көсөнә ингәндән бирле 60 көндән дә һуңлатмай түләргә тейеш. Штрафын түләүҙе раҫлаған документ күсермәһен ул судьяға йәки ҡарар сығарған органға, вазифалы кешегә еберергә бурыслы.

Административ штрафты түләүҙе иҫбатлаусы документ, Дәүләт һәм муниципаль түләүҙәр тураһында дәүләт мәғлүмәт системаһында ошо хаҡта мәғлүмәт булмаһа, РФ КоАП-ның 32.2-се статьяһының 5-се пунктына ярашлы, 60 көн үткәс, судья, ҡарар сығарған орган, вазифалы кеше үк 10 тәүлек эсендә суд приставы-башҡарыусыға штрафтың түләнмәүе тураһында белдереп, уны федераль закон нигеҙендә үтәтеүгә ҡарар ебәрә. Бынан тыш, федераль башҡарма власть органы, йә иһә башҡа дәүләт органының структур под­разделениеһы йәки территориаль органының вазифалы кешеһе, йә иһә коллегиаль органының ошо административ хоҡуҡ боҙоуҙар эшен ҡараусы вәкиле штрафын түләмәгән кешегә ҡарата тағы ла протокол төҙөй. Судья ҡарары буйынса түләнмәгән штраф өсөн суд приставы-башҡарыусы протокол яҙа.

Ваҡытында түләнмәгән штраф өсөн уның икеләтә күләмендә, тик бер мең һумдан кәм түгел, административ штраф һалыу, йәки ун биш тәүлеккә тиклем административ арест, йә иһә илле сәғәткә ҡәҙәре мәжбүри эшкә ҡушыу ҡаралған.

Читайте нас