-4 °С
Болотло
Рәсәй Генераль прокуроры бойороғо менән юстиция советнигы Рәвил Ғилманов Салауат районы прокуроры вазифаһына тәғәйенләнде.
Ул былтыр бер йыл элек беҙҙең районға прокурор вазифаһын башҡарыусы итеп ҡуйылғайны. Рәвил Ринат улы – Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан. 2002 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. БР Прокуратураһында, Өфөнөң Дим, Октябрь райондары прокуратураларында эшләгән. Учалы район-ара прокуратураһында өлкән прокурор, прокурор урынбаҫары вазифаларын үтәгән.