Хеҙмәт хаҡы түләүгә ҡағылышлы ҡануниәтте боҙған өсөн эш биреүселәрҙең яуаплылығын арттырыу буйынса Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр керетелде.
Хеҙмәт ҡануниәтен һәм хеҙмәткә хоҡуҡ нормаларынан торған бүтән төрлө норматив хоҡуҡи акттарҙы боҙғанға яуаплылыҡ ҡаралған РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.27-се статьяһына ла үҙгәреш индерелде. Эш хаҡын һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәренә ярашлы башҡа түләүҙәрҙе ваҡытында түләмәгәнгә йәки тулыһынса бирмәгәнгә айырым яуаплылыҡ ҡаралған. Әгәр был ғәмәлгә енәйәти яза биреү ҡаралмаһа, шулай уҡ алдан административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кешенең шуға оҡшаш хоҡуҡ боҙмаған осраҡта ғына ошондай сара күрелә. Хеҙмәт хаҡын тотҡарлауға уның суммаһына ярашлы аҡсалата компенсация түләтеүгә арта барған прогрессив шкала индерелде.
РФ Хеҙмәт кодексының 392-се статьяһына өҫтәмә керетелде. Уға ярашлы хеҙмәткәр эш хаҡы һәм бүтән төрлө түләүҙәргә ҡағылышлы мәсьәләне хәл итеү өсөн хеҙмәт хаҡы билдәләнгән көндән бер йыл эсендә судҡа мөрәжәғәт итә ала. Шул иҫәптән хеҙмәткәргә эштән сыҡҡанда тейешле түләүҙәрен бирмәгән йәки тулыһынса түләмәгән хәлдә лә. Суд аша хеҙмәт хоҡуҡтарын тергеҙеү эшендә лә үҙгәреш бар. РФ Гражданлыҡ процессуаль кодексының 29-сы статьяһының 6.3-сө өлөшөнә ярашлы, эш хеҙмәткәрҙең йәшәү урыны буйынса ҡараласаҡ (быға тиклем эш биреүсе урынлашыуы буйынса ине).
Федераль закон быйыл 3 октябрҙән үҙ көсөнә инәсәк.