Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
24 Декабрь 2020, 18:49

Башҡортостанда 11 кешенең ғүмерен өҙгән янғындан һуң район прокуроры эштән китте

Башҡортостанда Әбйәлил районы прокуроры Булат Аҫылғужин эштән китте. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, тап ошо районда, Ишбулды ауылында, 15 декабрҙә Шәфҡәтлелек йортондағы янғын 11 оло йәштәге кешенең ғүмерен өҙҙө. Ҡот осҡос фажиғәнән һуң Башҡортостан прокуроры Владимир Ведерников ҡала-райондарҙың прокурорҙарына кешеләр тәүлек әйләнәһенә йәшәгән махсус социаль учреждениеларҙы тикшерергә ҡушты.

Бөгөн Әбйәлил районы прокурорының фажиғәнән һуң туғыҙ көн үткәс үҙ вазифаһын ҡалдырыуы билдәле булды.
«Булат Аҫылғужин үҙ теләге менән эштән китте», — тине «Башинформ»ға Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы Гүзәл Мәсәғүтова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Булат Аҫылғужин 2016 йылдың ноябрендә Рәсәйҙең Генераль прокуроры бойороғо менән район прокуроры вазифаһына тәғәйенләнгәйне.
Читайте нас в