Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
24 Декабрь 2019, 14:35

Мәнфәғәттәр бәхәсен көйләмәү, законды тупаҫ боҙоуҙар

Коррупцияға ҡаршы көрәш Рәсәй Федерацияһы прокуратура органдары эшендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Салауат районы прокуратураһы ла был өлкәлә билдәле бер һөҙөмтәгә иреште.

Коррупцияға ҡаршы көрәш Рәсәй Федерацияһы прокуратура органдары эшендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Салауат районы прокуратураһы ла был өлкәлә билдәле бер һөҙөмтәгә иреште.

2019 йылда прокуратураның ҡатнашлығынан һуң Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әхмәтйәнов А. А.-ның хеҙмәт мөнәсәбәттәре, коррупцияға ҡаршы ҡануниәткә ярашлы, тәртипкә килтерелде. Ул, тейешле процедуралар үтәлмәйенсә, ошо вазифаны башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән булған. Суд тәртибе менән район хакимиәтенең кадрҙар хеҙмәте, “бәхәс” һәм аттестация комиссияһы эшмәкәрлегендә лә законды тупаҫ боҙоуҙар асыҡланды.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат районы буйынса бүлегенең бер нисә хеҙмәткәре 2018 йылдағы килеме тураһында белешмәлә күсемһеҙ милке һәм автотранспорты тураһында мәғлүмәт күрһәтмәүе фашланды. Район прокуратураһы талабы менән 4 вазифалы кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Район прокуратураһы материалы буйынса Рәсәй Пенсия фондының Салауат районындағы идаралығы начальнигы яуапҡа йәлеп ителде. Ул үҙенең ҡул аҫтында эшләгән элекке ҡатыны менән мәнфәғәттәр бәхәсен көйләмәгән булып сыҡты.
“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Салауат ДРСУ-һы ла тикшерелде. Ойошма райондың ЮХХДИ бүлексәһенең элекке начальнигы менән хеҙмәт килешеүе төҙөгән, әммә, “Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында” Федераль законды боҙоп, юл ремонт-төҙөлөш идаралығының эшмәкәрлегенә контроль-күҙәтеү эше алып барған хеҙмәткәренең алдағы эш биреүсеһенә хәбәр итмәгән. Район прокуратураһы ҡарарҙары буйынса суд “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте һәм ДРСУ начальнигына, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 19.29-сы статьяһына ярашлы (элекке дәүләт хеҙмәткәрен хеҙмәт эшмәкәрлегенә законһыҙ йәлеп итеү), 50 һәм 20 мең һум штраф һалды.
Коррупцияға ҡаршы көрәш сиктәрендә район прокуратураһы судҡа коррупция енәйәттәре тураһында бер нисә енәйәт эшен йүнәлтте. Ошо эштәр ҡаралып, Первомайский һәм Янғантау ауыл советы хакимиәтенең элекке башлыҡтары Данис Шиһапов һәм Владислав Шакировҡа ҡарата ғәйепләү ҡарарҙары сығарылды. Улар үҙҙәренә ышанып тапшырылған биләмәлә ер участкаларын өсөнсө кешеләргә законһыҙ рәсмиләштергән. Коррупция эҙемтәһен кәметеү маҡсатында үрҙә атап кителгән кешеләрҙән хоҡуҡһыҙ рәүештә үҙләштерелгән ер участкаларын дәүләт милкенә ҡайтарыу тураһында судҡа 7 дәғүә ғаризаһы ебәрелде. Улар ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде.
Коррупцияға ҡаршы эш дауам итәсәк.

Максим ЛОБОВ,
район прокуроры урынбаҫары.

Читайте нас в