Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
12 Декабрь 2019, 12:50

Мәктәпкә йөрөмәгән, урамға сыҡмаған. Өфөлә полицейскийҙар «маугли»ҙы осратҡан

Ноябрҙә Өфөлә ғәҙәти булмаған осраҡ теркәлгән. Реабилитация үҙәге вәкилдәре 17 йәшлек (!) үҫмерҙең тыуыу фактын теркәүҙе һорап судҡа мөрәжәғәт иткән.


Ноябрҙә Өфөлә ғәҙәти булмаған осраҡ теркәлгән. Реабилитация үҙәге вәкилдәре 17 йәшлек (!) үҫмерҙең тыуыу фактын теркәүҙе һорап судҡа мөрәжәғәт иткән.

Үҫмерҙең документтары юҡ, үҙенә нисә йәш икәнен аныҡ ҡына әйтә алмай, ғүмерендә бер ҡасан да мәктәпкә йәки поликлиникаға бармаған. Хатта урамға сыҡмаған. Элек әсәһе менән йәшәгән, ул үлгәс, берәҙәклек итә башлаған һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар күҙенә салынған, улар үҫмерҙе реабилитация үҙәгенә илткән.

Эксперттар экспертиза үткәргән һәм уға 17 йәш тирәһе икәнен асыҡлаған. Ләкин кешеләр менән аралашмағас, психик яҡтан үҫеше артта ҡалған. Суд ҡарары буйынса, ул үҙенең тыуған көнөн 31 декабрҙә билдәләйәсәк. Үҫмерҙең артабанғы яҙмышы тураһында әлегә билдәһеҙ.
Читайте нас: