Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
8 Декабрь 2019, 18:10

АТТАРЫН УРЛАҒАНДАР

Салауат районында йәшәгән ҡатындың бер көн биш атының икәүһе ҡайтмаған. Аттарҙы эҙләргә сыҡҡан кешеләр яланда сәйер табылдыҡҡа юлыҡҡан..

Йонос ауылында йәшәгән ҡатындың аттарын урлағандар. Хайуандар йорт эргәһендә йөрөгән булған. Бер көн биш аттың икәүһе ҡайтмаған. Аттарҙы эҙләргә сыҡҡан кешеләр яланда сәйер табылдыҡҡа юлыҡҡан..
Яланда ике аттың эсәктәре генә ятып ҡалған. Хайуандарҙы кем урлап алып киткәне әлегә билдәһеҙ. Ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән. Тикшереү бара.
-------------
В Салаватском районе совершена крупная кража лошадей
Жительница д. Юнусово потеряла покой и сон : на днях она лишилась двух своих лошадей. Известно, что лошади всегда паслись около дома. Когда две лошади не вернулись, жители деревни пошли их искать. То, что они нашли на поле, повергло их в шок...
Жители деревни в поле обнаружили останки лошадей. На поле были разбросаны кишки животных. Женщина незамедлительно обратилась в полицию.
Читайте нас: