Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
18 Ноябрь 2019, 11:25

Алты йәшлек бала – руль артында

Татарстанда күп балалы әсә алты йәшлек улын руль артына ултыртҡан. Был хәлде ул видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалған. Бынан тыш, ул автомобилде сәғәтенә 130 километр менән ҡыуған- Нисек теләйем, шулай йәшәйем. Һеҙҙең фекерегеҙ миңә кәрәкмәй. Минең тормошомдо йәшәмәй, хөкөм итергә хаҡығыҙ юҡ, - тип яҙа ҡатын.Быға тиклем дә ҡатын бәхәсле ваҡиғаға эләккән булған. Быйыл яҙ ул руль артына балаһы менән ултырып, машина менән идара иткән. Был ҡылығы өсөн ҡатынға бер-нисә мең һум штраф һалынған.

Татарстанда күп балалы әсә алты йәшлек улын руль артына ултыртҡан. Был хәлде ул видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалған. Бынан тыш, ул автомобилде сәғәтенә 130 километр менән ҡыуған.
- Нисек теләйем, шулай йәшәйем. Һеҙҙең фекерегеҙ миңә кәрәкмәй. Минең тормошомдо йәшәмәй, хөкөм итергә хаҡығыҙ юҡ, - тип яҙа ҡатын.
Быға тиклем дә ҡатын бәхәсле ваҡиғаға эләккән булған. Быйыл яҙ ул руль артына балаһы менән ултырып, машина менән идара иткән. Был ҡылығы өсөн ҡатынға бер-нисә мең һум штраф һалынған.
Читайте нас в