Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
15 Ноябрь 2019, 21:25

"Юбилейный"ҙы “Янғантау” ни өсөн судҡа биргән?

"Юбилейный"ҙы “Янғантау” ни өсөн судҡа биргән? "Янғантау" бюджет аҡсаларын кире ҡайтарыуҙы талап итә.

"Янғантау" шифаханаһы уның системаһына ингән Ҡырымдағы "Юбилейный" шифаханаһы директоры Ренат Ғәлимовтың бюджет аҡсаларын һөҙөмтәһеҙ сарыф итеүҙә ғәйепләгән.
Башҡортостан ҡарамағына уҙған йылда тапшырылған шифаханала Контроль-иҫәп палатаһы һәм прокуратура тикшереү уҙғарып, унда етди етешһеҙлектәр тапҡан. Контроль-иҫәп палатаһы шифаханалағы менеджмент хеҙмәте өсөн түләү дөйөм хеҙмәт өсөн түләү фондының өс өлөшөнән дә күберәге сарыф ителеүен асыҡлаған. Шулай уҡ “Юбилейный” директорының һәм уның ике урынбаҫаының такси менән йөрөп, Өфөгә самолет менән осоп, 930 мең һум бөтөргәндәре билдәле булған. Бынан тыш Евпаторияла ҡунаҡханала йәшәгән өсөн - 143 мең һум, ҡуртымға алынған торлаҡҡа 689 мең һум сарыф ителгәне асыҡланған. Директор йәшәгән ҡуртымға алынған фатирға айына 50 мең һум учреждениеға бүленгән аҡсалар иҫәбенә түләнгән.

“Янғантау”ға килтерелгән зыян күләме 7,42 миллион һум тәшкил итә. Шифахана был аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап итә.

------------


НЕЭФФЕКТИВНО ТРАТИЛ ДЕНЬГИ


Санаторий «Янган-тау» выставил счет на 7,4 млн руб. директору дочерней здравницы в Крыму — ООО «Санаторий Юбилейный» — Ренату Галимову.
Контрольно-счетная палата республики, а затем прокуратура сочли, что управляющий неэффективно тратил бюджетные средства, выделенные предприятию. В КСП подсчитали, что на оплату труда менеджмента «Юбилейного» уходит больше трети фонда оплаты труда. К неэффективным в палате причислили траты директора и двух его заместителей на такси, перелеты из Симферополя в Уфу в размере 930 тыс. руб., оплату гостиниц в Евпатории на 143 тыс. руб. и съемного жилья — на 689 тыс. руб. Директору «Юбилейного» оплачивалось арендное жилье — двухкомнатная квартира за 50 тыс. в месяц при средней рыночной стоимости аналогов в размере 26 тыс. руб., установили аудиторы Контрольно-счетной палаты.
Рассмотрение искового заявления АО «Санаторий Янган-тау» к Ренату Галимову, управляющему с февраля 2018 года крымской «дочкой» здравницы — ООО «Санаторий Юбилейный» — арбитражный суд Башкирии назначил на 4 декабря. Материнская компания требует, чтобы господин Галимов возместил предприятию 7,42 млн руб. ущерба. Третьим лицом к разбирательству привлечена Контрольно-счетная палата Башкирии (КСП), которая летом этого года провела проверку санатория «Юбилейный» по итогам его деятельности в 2017–2019 годах и признала часть расходов неэффективной.
Читайте нас: