Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
31 Октябрь 2019, 16:46

РӘХМӘТЕ ШУЛ БУЛҒАН

РӘХМӘТЕ ШУЛ БУЛҒАН Салауат районынан бер ир микроавтобусты ҡыуып алып киткән.

Салауат районынан 39 йәшлек ир автостоп менән өйөнә ҡайтып барған. Ул юлдағы кафела туҡтап, ҡапҡылап алырға булған.


Аҡсаһы булмағас, уны кафе хужаһы йәлләп бушлай ашатҡан. Һуңғараҡ ир эскән килеш бында йәнә килгән. Кафе хеҙмәткәрҙәре ирҙе ҡыуып сығарған. Тегеһе аптырап тормай, эргәләге торған микроавтобусты ҡыуып алып киткән.

М5 трассаһы буйлап 15 километр юл үткәс, иҫерек ирҙе ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтатып, ул юл ситенә сығырға мәжбүр була.


Ошондай уҡ ҡылығы өсөн алдан хөкөм ителеп тә, һабаҡ алмаған гражданға йәнә енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итәләр БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

-------


Пресс-служба МВД по Республики Башкортостан сообщает, что 39-летний житель деревни Урманчино добирался до Салаватского района автостопом.


По пути домой мужчина решил перекусить в придорожном кафе. Но денег у него не было и путника покормили бесплатно. Позже он вернулся в кафе и был пьян. Сотрудники кафе попросили мужчину на выход. Он выполнил требования сотрудников, но угнал припаркованный рядом с кафе микроавтобус. Он был не заперт и ключ зажигания – на месте. Такая благодарность за ужин ждала владельца кафе, которому принадлежит транспорт.


Угонщик проехал на машине 15 км по трассе М5 и съехал в кювет. Его задержали сотрудники ГИБДД.

Отделом дознания Иглинского района возбуждено уголовное дело по признакам преступления, предусмотренное частью 1 статьи 166 УК РФ «Неправомерное завладение автомобилем или иным транспортным средством без цели хищения». Как оказалось, мужчина до недавнего времени отбывал наказание за кражу
.