Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
10 Октябрь 2019, 14:30

Суд приставтары көс структураларына тиңләштерелде

Суд приставтары хеҙмәте көс структураһы статусы алды.

Улар, башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре кеүек, офицер званиелары аласаҡ һәм социаль пакетҡа эйә буласаҡ. Суд ҡарарҙарын башҡарыусыларҙы йыл һайын наркотиктар һәм алкоголь ҡулланыуға тикшереп торасаҡтар. Ике гражданлылыҡ алырға ярамай. Суд приставтарының үҙҙәренең Этика кодексы барлыҡҡа киләсәк.


Яңы закон киләһе йылдан үҙ көсөнә инә. Реформа 62 мең кешегә ҡағыла. Ведомство хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡтары ла артасаҡ. 20-25 йыл эшләгәндән һуң улар льготалы хаҡлы ялға китеү хоҡуғына ла эйә буласаҡ.