Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
26 Апрель 2019, 12:46

Машинағыҙҙы тәғәйен урынға ғына ҡуйығыҙ

Газонда парковка өсөн штраф һалына. Салауат районы хакимиәтендә административ комиссия ойошторолдо. Ул административ хоҡуҡ боҙоу эштәрен ҡараясаҡ.

Ғәмәлдәге коллегия органы булып, муниципаль берәмек сиктәрендә эшләйәсәк Комиссияның рәйесе итеп хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр, хоҡуҡ һәм кадрҙар эше буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Айгиз Әхмәтйәнов тәғәйенләнде.

Адмкомиссияның тәүге ултырышында ауылдарҙағы газондарҙа һәм башҡа биләмәләрҙә транспорт сараларын ҡуйыу буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында яуаплылыҡ хаҡында һөйләшелде. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарҙы ҡалдырған өсөн штрафтар индергән үҙгәрештәрҙе ҡабул итте. Шуға ярашлы, газондарҙа парковка өсөн граждандарға – 1 – 2 мең һум, вазифалы кешеләргә – 5 – 10 мең һум, юридик берәмектәргә 20 – 30 мең һум штраф ҡаралған. Ҡабаттан хоҡуҡ боҙғанда штрафы күберәк була:

граждандарға – 3 – 4 мең һум, вазифалы кешеләргә – 15 – 20 мең һум, юридик берәмектәргә – 35 – 50 мең һум.

Адмкомиссияның яуаплы секретары телефоны: 2-08-02.

Лариса ШӘРИПОВА,

административ комиссия секретары вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас: