Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
5 Апрель 2019, 12:26

Юл ауыл аша үтһә, яҡтыртылырға тейеш

Район прокуратураһы Лаҡлы ауылы аша үткән юлды яҡтылыҡ менән тәьмин итеүҙе талап итте. Закон буйынса төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдары ауыл тирәһендә, шулай уҡ уға тиклем һәм тораҡ пунктан һуң 100 метр арауыҡта яҡтыртылырға тейеш.

Прокуратура район ауылдары аша үткән автомобиль юлдарында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тәьмин ителешен тикшерҙе.


Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы – Ункүрҙе трассаһының Лаҡлы ауылы аша үткән участкаһында, дәүләт стандарттарын боҙоп, юлды яҡтыртыу тәьмин ителмәүе асыҡланды. Закон буйынса төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдары ауыл тирәһендә, шулай уҡ уға тиклем һәм тораҡ пунктан һуң 100 метр арауыҡта яҡтыртылырға тейеш.


Салауат районы прокуроры шуға бәйле, республика Хөкүмәтенән һәм Юл хужалығы идаралығынан трассаны яҡтылыҡ менән тәьмин итеүҙе талап итеүен һорап, Киров район судына мөрәжәғәт итте. Эште ҡарағас, суд дәғүә ғаризаһы талабының нигеҙле булыуын табып, яуап биреүселәрҙе законлы бурыстарын үтәргә мәжбүр итте.


Рәвил ҒИЛМАНОВ,
район прокуроры.

Читайте нас: