Билдәле булыуынса, енәйәтсе 2011 йылдың июнендә ҡаланың төнгө клубында таныш булмаған ир менән һуғыша. Бер нисә көндән һуң ир уны ҡабаттан супермаркетта осрата һәм йәшерен рәүештә тегеһенең өйөнә тиклем бара. Һуңынан уны ҡарауыллап тороп, үҙенең автомобиленә көсләп ултыртып, танышы эшләгән моргҡа алып китә. Әшнәләр ирҙе күҫәк менән ҡурҡытып, аҡса талап итә, һуңынан мәйеттәр ятҡан һыуытҡысҡа бикләй. Ғүмере өсөн ҡурҡҡан ир енәйәтселәргә 20 мең һум аҡсаһын бирә, тағы ла 80 мең һумға расписка яҙа.
Ирҙе ебәреү менән ул хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Бер енәйәтсене полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алып, ул 2014 йылда 5 йыл да 1 айға иректән мәхрүм ителә. Икенсе енәйәтсе Салауат районында ҡасып йөрөгән була, ул 2018 йылда тотола. Суд ҡарары буйынса, ғәйепләнеүсе 5 йыл да 2 айға иркенән мәхрүм ителде.