Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
13 Август 2018, 16:35

Федераль закон менән индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, РФ Енәйәт кодексының 258-се – “Законһыҙ һунар” статьяһына ҙур һәм үтә ҙур зыянды билдәләүсе иҫкәрмәләр өҫтәлде.

Ҙур зыянға, РФ Хөкүмәте раҫлаған такса һәм методика буйынса иҫәпләнгән, ҡырҡ мең һумдан артҡан, үтә ҙур зыянға йөҙ егерме мең һумдан уҙған ҡаза килтереү ҡарай. Ғөмүмән, законһыҙ һунар итеүгә енәйәти яуаплылыҡ көсәйтелде. Штрафтың иң ҙур суммаһы 3 тапҡырҙан ашыуға арттырылды – 1 млн. һумға тиклем. Ошо статьяның беренсе өлөшөнә тәүгә 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү, икенсе өлөшөнә 5 йылға тиклем төрмәгә ултыртыу кеүек яза төрө индерелә.
Бынан тыш, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына керетелгән төргә ҡараған үтә ҡиммәтле хайуандарҙы, һыу биологик ресурстарын, киң мәғлүмәт саралары йәки электрон, мәғлүмәт-телеком­муникация селтәре, шул иҫәптән Интернет селтәрен ҡулланып, һатып алыу, һатыу өсөн (РФ Енәйәт Кодексының 258. 1-се статьяһына) енәйәти яуаплылыҡ индерелде.
Закон 2018 йылдың 8 июленән көсөнә керҙе.
Рәвил ҒИЛМАНОВ,
Салауат районы прокуроры.
Читайте нас: