Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
9 Июль 2018, 17:11

Коррупцияға ҡаршы милли план

Һуңғы ике йылда коррупция арҡаһында Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе бюджеттың яртыһын, йәғни 148 миллиард һум аҡсаһын юғалтҡан. Бындай һығымтаға тикшереүҙәрҙән РФ Генераль прокуратураһы килгән.

Һуңғы ике йылда коррупция арҡаһында Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе бюджеттың яртыһын, йәғни 148 миллиард һум аҡсаһын юғалтҡан. Бындай һығымтаға тикшереүҙәрҙән РФ Генераль прокуратураһы килгән.
Ришүәтселеккә ҡаршы әүҙем көрәш алып барыуға ҡарамаҫтан, үкенескә күрә, бөгөн илдә был кире күренеш дауам итә.
Яңыраҡ “2018 – 2020 йылдарға ришүәтселеккә ҡаршы тороу милли планы” ҡабул ителде. Уға ярашлы, чиновниктар өсөн яңы ҡағиҙәләр һәм сикләүҙәр индерелә. Мәҫәлән, эшкә урынлашҡанда дәүләт хеҙмәткәре анкета тултырғанда, тормош иптәшенең апалары, ағалары тураһында ла мәғлүмәт күрһәтеләсәк. 2019 йылдың 1 ғинуарынан дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм эшкә урынлашыусылар “БК ғариза”һын тултырырға һәм ғаилә ағзаларының бар мөлкәтен унда күрһәтергә тейеш. Йәғни мөлкәтте ҡатынына-иреңә, йә иһә ­бәлиғ булмаған балаға яҙҙыртырға ҡушылмаясаҡ.
Читайте нас: