Салауат районы хакимиәте, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү программаһын раҫлап, 2013 йылда ҡарар ҡабул итә.
Был программала кесе эшҡыуарлыҡ субъектына күләме 180 мең һумдан артмаған бер тапҡыр субсидия алыу мөмкинлеге билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарында (№249, 20.07.2012 й.) кесе эшҡыуарлыҡ субъекты 500 мең һумдан күләме уҙмаған бер субсидия алыу мөмкинлегенә эйә булыуы ҡаралған. Ә район программаһы шуның нигеҙендә төҙөлгән. Бынан тыш, программа барлыҡ өҫтөнлөклө төр иҡтисади эшмәкәрлеккә субсидия биреүҙе күҙ уңында тотмаған. Әлеге законды боҙоу кесе эшҡыуарлыҡтың хоҡуҡтарын сикләй.
Район прокуратураһы хакимиәт ҡарарына протест белдерҙе. Уның ҡаралыуы һөҙөмтәһендә программа ҡануниәт талаптарына ярашлы тәртипкә килтерелде.
район прокуроры ярҙамсыһы.